Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Урман массивында яраҡлылыҡ срогы үтмәгән медицина препараттары табылды

Йәмғиәт

«Россия 1» телеканалының «Уфимское Времечко» программаһы журналистары урманда Шөгөр йылғаһы буйында ҡар аҫтында яраҡлылыҡ срогы үтмәгән «МоноГриппол плюс» дарыу препараттары складын тапты.

Был препарат былтыр «сусҡа киҙеүе» тип аталған юғары патогенлы H1N1 вирусына ҡаршы көрәш өсөн эшләп сығарылған. Һәр вакцинаны әҙерләү дәүләткә 173 һумға төшә. Төбәктәргә ул Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы ҡушыуы буйынса оҙатыла.

Республика СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәгенең бүлек мөдире Мөкәрәмә Хәйретдинова хәбәр итеүенсә, Башҡортостанға 1 миллион 200 мең самаһы доза вакцина килтерелә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул тулыһынса тәғәйенләнеше буйынса тотонола һәм артып ҡалмай.  

Әммә медикаменттар менән тиҫтәләгән ҡумталар, ә был мең доза вакцина, урманға ҡайҙан килеп сыҡҡан? Ҡиммәтле дарыу препараттарынан бындай вәхшиҙәргә ҡотолоу уйы кемдең башына килгән һәм ни өсөн? Был вайымһыҙлыҡ өсөн кем яуап бирер?

«Уфимское Времечко» редакцияһында, әлеге ваҡытты был хәлдең сәбәптәрен Өфө һаулыҡ һаҡлау идаралығы ҡарамағында ойошторолған махсус комиссия асыҡларға маташа, тип хәбәр иттеләр. Эште Өфөнөң Калинин районы прокуратураһы үҙ контроленә алған.

Ғәҙәттән тыш табыш тураһында репортаж http://ufavremechco.livejournal.com/ адресы буйынса урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть