8 декабрь, Кесе йома

10 декабрь 2010 йыл, 11:22

Ректорҙар советы рәйесенә яңы кандидат күрһәтелде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан юғары уҡыу йорттары Ректорҙар советының Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры, техник фәндәр докторы, профессор Морат Ғөзәйеровтың кандидатураһын республиканың Ректорҙар советы рәйесе вазифаһына күрһәтеү тураһындағы тәҡдимен Президент Рөстәм Хәмитов хупланы. Был турала республика башлығы Совет ултырышында яһаған сығышында белдерҙе.  

«Мин Морат Баҡый улын яуаплы кеше, яҡшы ойоштороусы булараҡ беләм. Һәм был һайлауҙы дөрөҫ тип иҫәпләйем», — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика вуздары Ректорҙар советының әлеге ваҡыттағы эшмәкәрлеген Башҡортостан Президенты ыңғай баһаланы. «Ректорҙар советы, дөйөм алғанда, насар эшләмәй һәм беҙҙең юғары мәктәптең фәнни үҙәге булып тора», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы Ректорҙар советы ярҙамында хәл ителергә тейешле бурыстарҙы атаны. Ул мәғариф, фән һәм производство тармағын координациялауҙы, вуздарҙа үҫешкән инновацион инфраструктура булдырыуҙы әүҙемләштерергә саҡырҙы. Төп учреждениелар базаһында иҡтисадтың айырым тармаҡтары буйынса белем биреү үҙәктәре ойоштороуҙың мөһимлеге билдәләнде.  

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, республикала федераль университет булдырыу ҙур әһәмиәткә эйә. «Башҡортостан кеүек республикала федераль әһәмиәттәге вуз булырға тейеш. Беҙҙә шундай университет булдырыу өсөн мин барыһын да эшләйәсәкмен. Ул нефть химияһы, химия, нанотехнологиялар мәсьәләләрендә махсуслашыуы мөмкин. Беҙҙең алдынғылар исемлегенең уртаһында торорға хаҡыбыҙ юҡ, беҙ лидер булырға тейешбеҙ», — тине Рөстәм Хәмитов.