8 декабрь, Кесе йома

10 декабрь 2010 йыл, 11:01

Төркиәнең Ялова ҡалаһында Әхмәтзәки Вәлидиҙең хәтер кисәһе үтәсәк

автор: Әлим Фәйезов

Йома көндө Төркиәнең Ялова ҡалаһында Ялова ҡала хакимиәте, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы һәм Хәлил Иналджык исемендәге Осман тарихын тикшереү институты менән ойошторолған Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың хәтер кисәһе үтәсәк. Сарала Ялова ҡалаһы мэры Яҡуп Бильгин Кочал, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Әхәт Сәлихов, Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡыҙы, Төркиә фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор, доктор Иҫәнбикә Туған, Мимар-Синан исемендәге сәнғәт университеты профессоры Гюльчин Чандарлыоглу, Мимар-Синан исемендәге университет проректоры, профессор, доктор Әхмәт Ташағыл, Босфор университеты докторы, профессор Надир Озбек ҡатнаша.

Хәтер кисәһе Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнала.  

темалар: хәтер