9 декабрь, Йома

10 декабрь 2010 йыл, 10:36

Башҡортостанда «Фемида таланттары» конкурсы старт ала

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Йома көндө, 10 декабрҙә Башҡортостандың мировой судьялары һәм федераль судтар араһында I «Фемида таланттары» үҙешмәкәр сәнғәт конкурсының беренсе этабы старт ала. Ул Белорет ҡалаһында үтәсәк. Конкурста Белорет, Межгорье, Сибай ҡала судтары, шулай уҡ Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы, Хәйбулла район судтары ҡатнаша.

Ижади ярыштың инициаторы булып Башҡортостан Республикаһының Юғары суды сығыш яһаған.

Конкурс республиканың суд системаһы хеҙмәткәрҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтеү, ижади потенциалын үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Конкурсанттар сығыштары бер нисә номинацияла баһаланасаҡ: «вокаль сәнғәт», «хореография сәнғәте»,  «театр сәнғәте», «иң яҡшы конферансье».

Зона этаптары еңеүселәре ҡиммәтле бүләктәр һәм конкурстың гала-концертында сығыш яһарға хоҡуҡ аласаҡ. Ул 2011 йылдың февралендә район (ҡала) судтары рәйестәренең йомғаҡлау кәңәшмәһенән һуң үтәсәк.  

темалар: конкурстар, суд