3 декабрь, Шәмбе

10 декабрь 2010 йыл, 10:03

Башҡортостанда берлектәге «РусГидро-Альстом» предприятиеһы төҙөлә

автор: "Башинформ"

9 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостандағы «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Францияның «Альстом» компанияһы араһында берлектәге «РусГидро-Альстом» предприятиеһын төҙөү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды.

«Ҡул ҡуйылған Килешеү республика өсөн ҙур социаль-иҡтисади әһәмиәткә эйә, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — «РусГидро» акционерҙар йәмғиәте һәм «Альстом» республикала гидростанциялар өсөн энергетик ҡорамалдар етештереү буйынса бер йәки бер нисә берлектәге предприятие төҙөйәсәк. Планлаштырылған инвестициялар суммаһы 500 миллион евро самаһы тәшкил итәсәк, артабанғы этаптарында бер миллиард евроға тиклем арттырылыуы ихтимал».

Башҡортостанда ил өсөн уникаль һәм талап ителгән ҡорамалдар етештереү технологияһы булдырыласаҡ. Заманса гидротурбиналар республикала, атап әйткәндә, Түбәнге Һөйән гидроузелы төҙөлөшөндә ҡулланыу табыу ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә талап ителәсәк. Мәҫәлән, Кубандә һәм Волга-Кама бассейнында гидроэлектростанциялар каскады төҙөлөшөндә. Берлектәге предприятие планында – Өфө заводы продукцияһын бөтә донъя буйлап һатыу.

Потенциаль инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға иң элек республика ойошмалары йәлеп ителәсәк. Беренсе сиратта, был проектлау һәм төҙөлөш эштәре. Өфөнөң «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Гидравлика» дәүләт унитар предприятиеһы, шулай уҡ ӨДАТУ-ның инженер потенциалы талап ителәсәк. Беренсе этапта 500-ләп яңы эш урыны булдырыласаҡ. Һуңынан яңы берлектәге предприятие хеҙмәткәрҙәре һаны бер нисә меңгә етәсәк.

Заводты 2011 йылдың май аҙағында төҙөй башларға планлаштырылған, йыл ярымдан тәүге продукция сығарыла башларға тейеш.  

«РусГидро-Альстом» берлектәге предприятиеһының производство-техник комплексы Өфө районының Зубово ауыл Советы ерҙәрендә урынлашасаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.