11 декабрь, Йәкшәмбе

10 декабрь 2010 йыл, 9:30

Япония һәм Башҡортостан эшҡыуарҙары араһында «күпер» төҙөлә

автор: Светлана Ғәфүрова

Кесаҙна, 9 декабрҙә, Өфөгә Япония бизнесмендары делегацияһы килде. Төрлө бизнес вәкилдәренән торған делегация ҡала менән танышты һәм «Эко» ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы клиникаһында булды. Бөгөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында осрашыуҙар, шулай уҡ Өфө эшҡыуарҙары менән түңәрәк өҫтәл һәм матбуғат конференцияһы планлаштырыла.

Делегация етәксеһе Тошио Шибата әфәнденең «Башинформ» агентлығына әйтеүенсә, башлыса һаулыҡ һаҡлау һәм медицина технологиялары өлкәһендә эшлекле контакттар булдырыу – визиттың төп маҡсаты.

— Беҙ әле бер тапҡыр ҙа Өфөлә булғаныбыҙ юҡ һәм ҡаланы күргебеҙ килә. Әммә ҡарарға ғына түгел, һуңынан беҙҙең ыңғай тәьҫораттарыбыҙҙы иҡтисади мөнәсәбәттәр нигеҙенә һалырға. Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙың күп булыуын һәм химия, нефтехимия сәнәғәте үҫешкәнен беләм. Ҡыҙыҡһынған Япония сәнәғәтселәрен беҙ һеҙҙең республика менән таныштырырға теләр инек, — ти Шибата әфәнде.

Делегация составында медицина технологиялары менән шөғөлләнгән бизнесмендар күп.

—Японияла милләт сәләмәтлегенә бик ҙур иғтибар бирелә, — тип билдәләне Шибата әфәнде. – Һәм беҙҙе Башҡортостанда ла был өлкәләге эштәрҙең нисек тороуы ҡыҙыҡһындыра. Рәсәйҙә медицинаның нигеҙҙә дәүләттеке булыуын беләбеҙ. Японияла, киреһенсә, шәхси клиникалар күп. Беҙ дәүләт, шулай уҡ шәхси медицина учреждениелары вәкилдәре менән осрашырға, аралашырға әҙер.

Әммә Шибата әфәнде үҙе, үҙенең әйтеүенсә, автомобиль бизнесы менән шөғөлләнә. Шулай ҙа консалтинг хеҙмәттәр менән дә ҡыҙыҡһына икән. Тошио Шибата Рәсәйгә махсус рәүештә Рәсәй һәм Япония эшҡыуарҙары араһында “күпер” булдырыр өсөн килгән. Ул республика эшҡыуарҙарынан ике яҡҡа ла файҙалы хеҙмәттәшлек буйынса ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр һәм проекттарҙы тыңларға һәм ҡарарға әҙер булыуын белдерҙе. Артабан барыһын да бергә туплап, дөйөмләштереп, анализ эшләйәсәк. Визит һөҙөмтәләре Япония эшҡыуарҙарына 17 декабргә билдәләнгән осрашыуҙа еткереләсәк. Өфө ҡунағы Башҡортостан ерендәге осрашыуҙың артабанғы эшлекле бәйләнештәр менән тамамланырына ышаныс белдерҙе.  

Япония делегацияһын Өфөлә "Рәсәй терәге" Башҡортостан төбәк бүлексәһе (Мәләүез бүлеге) вәкиле Светлана Халфина ҡаршыланы. Уның әйтеүенсә, илебеҙгә был визит «Рәсәй терәге» президенты Сергей Борисов ярҙамында ойошторолған.