9 декабрь, Йома

10 декабрь 2010 йыл, 9:08

Башҡортостанды ҡар баҫмаясаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Күрше төбәктәр кеүек Башҡортостанға күпләп ҡар яуыуы янамай. «Башинформ» агентлығына Бишгидрометтың баш синоптигы Анна Козаеваның хәбәр итеүенсә, бөгөн бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Алдағы ял көндәрендә синоптиктар ниндәйҙер ҡатмарлы һауа шарттары вәғәҙә итмәй. Шулай ҙа боҙлауыҡ буласаҡ.  Ул водителдәрҙән элеккесә һаҡ эш итеүҙәрен талап итәсәк. Республиканың айырым райондарында дымлы һауа торошо арҡаһында уға томан да ҡушылыуы ихтимал.  

Яҡын арала температура фоны һиҙелерлек үҙгәрмәйәсәк. Көндөҙ нулдән 5 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ. Төндә термометр бағанаһы минус 2–7 градус күрһәтәсәк.

Киләһе аҙна башында һауа температураһының бер аҙ түбәнәйеүе көтөлә. Синоптиктар 18 декабрҙән һуң Башҡортостанға яңы һалҡын һауа тулҡыны килеүен көтә.

темалар: һауа торошо