6 декабрь, Шишәмбе

09 декабрь 2010 йыл, 17:22

Ташкентта башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте

автор: Тимур Хилажев

Ташкент дәүләт оперетта театрында Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеүгә арналған «Үзбәкстан – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ» лозунгыһы аҫтында башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Уны Рәсәй Федерацияһы Илселеге, Рәсәй хеҙмәттәшлеге һәм Үзбәкстан Республикаһының Интернациональ мәҙәни үҙәге ярҙамында Ә.-З.Вәлиди исемендәге Ташкент башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо.  

Был көндө сәхнәлә сығыштар дүрт телдә — үзбәк, башҡорт, татар һәм урыҫ телдәрендә яңғыраны. Байрам кәйефенә йөкмәткеле концерт программаһы йәм өҫтәне, унда һәүәҫкәрҙәр ҙә, профессиональ артистар ҙа ҡатнашты, Башҡортостан Республикаһынан ҡунаҡтар сығыш яһаны. Үзбәкстан баш ҡалаһына Өфөнән музыкант һәм продюсер Булат Әминев килгәйне, ул Үзбәк дәүләт хор капеллаһы солисы Феруза Халдарова менән бергә концертты алып барҙы.

Сығыш яһаусылар араһында Ташкенттың «Дуҫлыҡ» һәм «Йәшлек» татар-башҡорт ансамблдәре сығыштарын айырып билдәләп үтергә кәрәк, улар тамашасыларҙы дәртле йыр һәм бейеүҙәре менән шатландырҙы. Чирчик ҡалаһынан Рәмзиә Бикбулатова һәм Райхан Мәннәпова халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Гармунға ҡушылып күңелле ауыл таҡмаҡтарын башҡарған Рафаэлъ Валиевтың сығышы тамашасыларға бик тә оҡшаны.

Ҡыҙы Жәмилә Гиясова менән «Мажнунтол» йырын йырлаған Феруза Халдарованың сығышын да бик йылы ҡабул иттеләр. Концертта шулай уҡ Үзбәкстандың сәнғәт оҫталары – Үзбәкстан Республикыһының халыҡ артисы Зинаида Соловей, атҡаҙанған артистар – Динара Миняева һәм Сурат Артыковтар ҡатнашты.

Был көндө сәхнәнән халыҡтар дуҫлығы хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Ике сәғәтлек концерттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды, ул тамамланғас зал артистарҙы аяҡ өҫтө баҫып алҡышланы.