11 декабрь, Йәкшәмбе

09 декабрь 2010 йыл, 16:43

Башҡортостандың Юғары суд рәйесе Михаил Тарасенко Дуҫлыҡ ордены менән наградланды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһының Юғары суды рәйесе Михаил Тарасенко Дуҫлыҡ ордены менән наградланды. Был турала указға 5 декабрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Юғары дәүләт наградаһына Михаил Тарасенко законлылыҡты нығытыуҙағы ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн лайыҡ булды.  

Михаил Иванович Тарасенко БР Юғары суды рәйесе вазифаһына РФ Президенты Владимир Путиндың 2007 йылдың 3 декабрендәге указы менән тәғәйенләнә. Бынан алда ул Ростов өлкәһе Таганрог ҡала суды рәйесе була, оҙаҡ ваҡыт суд системаһында һәм прокуратура органдарында эшләй.