10 декабрь, Шәмбе

09 декабрь 2010 йыл, 16:31

Мәскәүҙә Рәсәйҙең иң яҡшы эшҡыуарҙарын һайлаясаҡтар

автор: Любовь Колоколова

«Башҡортостан Республикаһының йәш иң яҡшы йыл эшҡыуары» конкурсында еңеүселәр йыл һайын үткәрелеп килгән II «Йылдың иң яҡшы йәш эшҡыуары» премияһы лауреаттарын наградлау тантанаһында ҡатнашасаҡ. Сара кесе йома, 9 декабрҙә, 19 сәғәттә Мәскәүҙә Үҙәк эшҡыуарҙар йортонда үткәрелә. Бында илдең төрлө төбәктәренән Рәсәйҙең иң яҡшы йәш эшҡыуарҙары йыйыласаҡ.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был премия сиктәрендә быйыл 1 октябрҙә Өфөлә конкурстың БР буйынса Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы (рәйесе Илдар Сөйөшев)инициативаһы менән ойошторолған төбәк этабы үткәрелде. Төрлө номинацияларҙа еңеүсе исеменә Башҡортостандың ун йәш эшҡыуары лайыҡ булды. Гран-приҙы Эдуард Мәүлиханов («Салауат катализатор заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) алды. Хәҙер уның алдында Рәсәйҙең иң яҡшы йәш эшҡыуары исеме өсөн көрәшеү бурысы тора.