10 декабрь, Шәмбе

09 декабрь 2010 йыл, 16:10

Сиркәү кешеләргә һәр яҡлап ярҙам итә башланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рус Православие Сиркәүе кешеләргә доғалары менән генә түгел, тәғәйен эштәре менән дә ярҙам итә башланы. Башҡортостанда Өфө епархияһы тарафынан ойошторолған яғындан ҡаза күреүселәргә ярҙам итеү өсөн “Шәфҡәтлелек” акцияһы ошондай һиҙелерлек ярҙам күрһәтеү өлгөләренең береһе булды. Уның һөҙөмтәләре кесе йома көндө «Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһында тикшерелде.

— Акция барышында епархияның бөтә мәхәлләләрендә гуманитар ярҙам ҡабул итеү пункттары ойошторолдо, — тип һөйләне Өфө епархияһының социаль хеҙмәт һәм мәрхәмәтлелек бүлеге етәксеһе протоиерей Андрей Зуев. – Әгәр башта тәүге кәрәк-яраҡ әйберҙәр һәм аҡса менән ярҙам күрһәтелгән кешеләр һаны тиҫтәләгән булһа, хәҙер инде йөҙҙәрсә. Акцияны үткәреү барышында республика ҡала һәм район хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары, Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенең Республика идаралығы һәм РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлаштырылды.  

Андрей Зуевтың фекеренсә, Рәсәйҙә һәр ваҡыт социаль йүнәлештә булған Сиркәү һуңғы тиҫтә йылдарҙа мохтаж булыусыларға киң ярҙам күрһәтә алманы. Был ете тиҫтә йыл буйына илебеҙҙә бөтә дини ойошмаларҙың эҙәрлекләүҙәргә дусар ителеүе менән бәйләнгән.  

— Совет осоронда һәм унан һуңғы тәүге осорҙа Сиркәү нисек тә аяҡҡа баҫырға һәм үҙен-үҙе ҡарарға маташты, — тип иҫәпләй Андрей Зуев. – Хәҙер иһә беҙҙең һүҙҙән эшкә күсеү, кешеләргә доғалар менән генә түгел, матди ярҙам да күрһәтеү мөмкинлегебеҙ булған осор етте. Бында беҙ, тәбиғи, бер кемде лә православие динен тотҡан һәм тотмағандарға бүлмәйбеҙ, ә диненә һәм милләтенә ҡарамаҫтан, мохтаж булыусыларға ярҙам итәбеҙ.  

Янғындан ҡаза күреүселәрҙән тыш, Өфө епархияһы йәшәр урыны булмағандарға, туберкулез менән сирлеләргә һәм башҡа мохтаждарға ярҙам итә. Андрей Зуевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, «Шәфҡәтлелек» акцияһы — был әле башы ғына. Тиҙҙән Өфө епархияһы инвалид балаларға ярҙамға раштыуа акциялары үткәрергә, төрлө категория граждандар өсөн социаль реабилитация үҙәге һәм иреклеккә сығарылған тотҡондар өсөн махсус социаль реабилитация үҙәге асырға планлаштыра.  

темалар: дин, акциялар