2 декабрь, Йома

09 декабрь 2010 йыл, 12:54

Башҡортостан малсылары заманса «Алатау» мегакомплексында бушлай практика үтә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан малсылары тәжрибә уртаҡлаша һәм яңы практик күнекмәләр ала ала. Был маҡсатта  «Алатау» агросәнәғәт хужалығы Ҡырмыҫҡалы районындағы һөтсөлөк мегакомплексында зоотехниктар, ветеринарҙар, фермерҙар өсөн бер-ике аҙналыҡ практика үткәрә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, практика бушлай үткәрелә, торлаҡ һәм туҡланыуҙы мегакомплекс үҙе тәьмин итә. Практиканттар көндәлек эш менән мәшғүл буласаҡ, һыйыр малын ҡарау буйынса белемдәрен камиллаштырасаҡ. Белгес-практиктар тояҡтарҙы эшкәртеү һәм дауалауҙы, аталандырыуҙы нисек үткәрергә, заманса аппаратура (УЗИ) ярҙамында быуаҙлыҡты тикшерергә өйрәтәсәк. Ошонда уҡ маститты профилактикалау буйынса эштәргә өйрәнергә, ветеринарҙарҙың быҙаулатыу, унан һуң өҙлөгөүҙәрҙе профилактикалау буйынса эштәрен күҙәтергә мөмкин буласаҡ. Яңы тыуған быҙауҙарҙы ҡарау буйынса ла махсус белем биреләсәк. Был практика студенттарға ғына түгел, хеҙмәт юлын яңы башлаған йәш белгестәргә лә файҙалы буласаҡ.

Хужалыҡ практикаға бер юлы ике кешене генә ҡабул итә.