Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.37 ↓

EUR 60.59 ↑

31 март, Йома

Уфа   °

ӨМЭПБ-ның йәш белгесе «Алтын идея» премияһы лауреаты булды

Иҡтисад

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең инновация проекттары менән идара итеү белгесе Азат Нурғәлиев «Йәш таланттар» номинацияһында «Алтын идея» Милли премияһы лауреаты итеп танылды. Уның хәрби-техник хеҙмәттәшлек, ҡоралдар һәм хәрби техника өлгөләре эшкәртеү һәм етештереү өлкәһендәге ҡаҙаныштары шулай билдәләнде.

«Авиация сәнәғәтендә проект технологик процестары эшкәртеүҙең нейроструктура ысулы» эше производствола математик моделдәр һәм яһалма интеллект ҡулланыуға арналған. Йәш тикшеренеүсе технологтың яңы автоматлаштырылған эш урыны архитектураһын һәм уның һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итеүсе программа продукттарын тәҡдим итте, тип хәбәр итә «ӨМЭПБ» акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш идаралығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть