9 декабрь, Йома

09 декабрь 2010 йыл, 12:18

«Башнефть» хәйриә акцияһына йыл һайын миллиард һумдан ашыу тотона

автор: Светлана Ғәфүрова

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционерҙарының сираттан тыш үткәрелгән йыйылышы айҡанлы матбуғат конференцияһында компанияның Директорҙар советы рәйесе Александр Гончарукка республикаға социаль ярҙам тураһында һорау бирелде.  

— Былтыр һәм элгәре йылда «Башнефть» хәйриә маҡсатында 1 миллиард 200 миллион һум аҡса тотондо, – тип яуап бирҙе Александр Юрьевич.

Артабан Александр Гончарук, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһын һатып алған «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы ҡул ҡуйған социаль договор яңы Президент Хакимиәтендә пролонгация үтте лә инде, тип билдәләне. Унда, социаль ярҙам күләме компанияның финанс уңыштарына бәйләнгән, тип ҡарала.  

— Яҡшыраҡ эшләһәләр – күберәк бирәләр. Насарыраҡ икән – аҙыраҡ. Ләкин был, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талантлы менеджментҡа ғына түгел, шулай уҡ һалымдарға, акциздарға бәйләнгән. Хәҙер ярайһы уҡ ҡатмарлы хәл һалынды. Бөтәһе лә киләһе йыл беҙҙең һуңғы продуктҡа акциздар артасаҡ тип көтә, сөнки транспорт һалымы кәметелде. Беҙ нефть эшкәртеүгә лә һалым һалыу артыр, тип уйлайбыҙ. Һөҙөмтә бөтә ошо факторҙарға бәйләнгән. Шуға күрә киләһе йылға бизнес-план буйынса беҙҙең һөҙөмтәләребеҙ быйылғыға ҡарағанда юғарыраҡ булырға тейеш, тимәк, социаль ярҙам да шуға ярашлы күрһәтеләсәк. Ләкин былар барыһы ла фактҡа ҡарап башҡарыла. Беҙ планлаштырабыҙ, артабан нимә булыр. Нисек эшләрбеҙ һәм дәүләт беҙгә нисек эшләргә мөмкинлек бирер, — Александр Гончаруктың прогнозы бына шундай.