4 декабрь, Йәкшәмбе

09 декабрь 2010 йыл, 11:14

Милиция Өфөлә йәшерен казиноны япты

автор: Ольга Мортазина

Өфөлә сираттағы йәшерен уйын йорто табылды. Асыҡланыуынса, баш ҡаланың Октябрь район территорияһындағы йорттарҙың береһенең подвалында йәшерен покер клубы эшләгән. Бында уйын киң ҡолас менән алып барылған, ҡайһы берҙә ставкалар бер нисә йөҙ мең һумға барып еткән. Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса идаралыҡ һәм ОМОН хеҙмәткәрҙәре составында оператив төркөм килеп ингәндә залда 15 уйынсы һәм хеҙмәтләндереүсе персонал иҫәбенән 10 кеше була. Бина өс өҫтәл менән йыһазландырылған. Мебель һәм уйын фишкалары матди дәлилдәр сифатында тартып алынған. Әлеге ваҡытта был факт буйынса тикшереү үткәрелә. Яҡын араларҙа был йорттоң эшмәкәрлегенә юридик баһа биреләсәк, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: уйын бизнесы