9 декабрь, Йома

09 декабрь 2010 йыл, 10:56

Куйбышев тимер юлында 11 айҙа 56,5 миллион тоннанан ашыу йөк ташылды

автор: Любовь Колоколова

Быйыл 11 айҙа Куйбышев магистрале 56,5 миллион тоннанан ашыу йөк ташыны, был былтырғы ошо уҡ күрһәткестән 5,2 процентҡа артығыраҡ. Ташылған йөктәрҙең дөйөм күләмендә 56 процентын тиерлек нефть продукттары тәшкил итте.

Нефттән һәм уны эшкәртеү продукттарынан тыш, Куйбышев тимер юлында 30-ҙан ашыу номенклатура төркөмө йөктәре ташыла. Уҙған осорҙа 24 төр буйынса йөк ташыуҙы арттырыуға өлгәшелгән. Төҙөлөш материалдары һәм ҡара металл һыныҡтары ташыуҙа ла етди үҫеш билдәләнгән.  

Төп номенклатура йөктәре ташыуҙа ыңғай үҫешкә магистраль яуаплылығы зонаһында эшләүсе төбәктәрҙең сәнәғәт ҡеүәтен аяҡҡа баҫтырыу һәм үҫтереү, тимер юлсыларҙың клиенттарҙы йәлеп итеү һәм яңы транспорт маршруттары ойоштороу өлкәһендә һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында өлгәшелә.

Һәр ваҡыттағыса төп йөк ташыусыларҙың береһе булып Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәге тора.