5 декабрь, Дүшәмбе

08 декабрь 2010 йыл, 16:57

«Шәфҡәтлелек» акцияһы 72 ғаиләгә ярҙам итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө епархияһы “Шәфҡәтлелек” акцияһы ойошторҙо. Акцияны үткәреү барышында республиканың бөтә православие ғибәҙәтханаларында аҡса, өҫ кейеме һәм кәрәк-яраҡ әйберҙәр йыйыу ойошторолдо. Шуның һөҙөмтәһендә Өфөлә һәм Өфө районында, Белорет, Ауырғазы, Хәйбулла, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Иглин, Туймазы һәм башҡа райондарҙа йәшәүсе 72 ғаиләгә һәм тағы 37 яңғыҙ кешегә адреслы ярҙам күрһәтелде.  

Акция ваҡытында район хакимиәттәре, райондарҙың социаль хеҙмәттәре, Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенең Республика идаралығы менән берлектә эш алып барылды.

темалар: акциялар, дин