5 декабрь, Дүшәмбе

08 декабрь 2010 йыл, 16:27

Санатор-курорт эшен үҫтереү буйынса яңы программа эшләнә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда санатор-курорт эшен үҫтереү буйынса яңы республика программаһы индереләсәк. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының һаулыҡ һаҡлау, социаль үҫеш һәм административ берәмектәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге советнигы Салауат Туғыҙбаевҡа һылтанып, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Бөгөн республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында оҙайлы ваҡытҡа «2011-2020 йылдарға республикала санатор-курорт эшен үҫтереү» яңы маҡсатлы программаһы әҙерләнә. Яңы программала элекке программаны тормошҡа ашырыу барышында хәл ителмәгән бөтә етешһеҙлектәр һәм проблемалар иҫәпкә алынасаҡ» — тип, Салауат Туғыҙбаевтың һүҙҙәрен килтерә матбуғат хеҙмәте.

Әйтергә кәрәк, бөгөн республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында туғыҙ санаторий дәүләт унитар предприятиеһы, уларҙа дөйөм урындар иҫәбе 3300 самаһы койка тәшкил итә.  

Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәлиҙә Шакированың һүҙҙәренә ҡарағанда, йыл һайын республика шифаханаларында Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 120 меңдән ашыу кеше үҙ һаулығын нығыта. 2009 йылда ғына өлкәндәр өсөн санаторийҙарҙа 85 меңдән ашыу кеше һаулығын нығытты. 21 балалар санаторийында был осорҙа 40 меңдән ашыу бала сәләмәтләндерелде. Нәҫелдән килгән, онкогематологик сирҙәр менән, телмәре боҙолған, тыумыштан йөрәк өйәнәге менән сирле балаларға операция яһатҡандан һуң 300-ҙән ашыу бала өсөн маҡсатлы заездар ойошторолдо.