11 декабрь, Йәкшәмбе

08 декабрь 2010 йыл, 15:11

Өфөлә Яңы йыл шыршылары 180 һумдан 580 һумға тиклем торасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан халҡы Яңы йыл байрамына әҙерләнә башланы ла инде. Был көтөп алынған байрамдың төп атрибуты булып, әлбиттә, шыршы тора. Урман сибәркәйен һатып алыу ғаилә бюджетына күпмегә төшәсәге хаҡында республиканың Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.  

Шыршының хаҡы уның бейеклегенә бәйләнгән. 1,5 метр оҙонлоҡтағы шыршы һәм ҡарағай өсөн һатыусы 180 һум һораясаҡ, ә пихта өсөн инде – 250. Ике метрға тиклем сибәркәйҙәр ҡиммәтерәк тора: шыршы, ҡарағай – 300 һум, ә пихта – 450 һум.

Ә өс метр бейеклегендәге урман моделдәренең хаҡы ла юғары. Шыршы һәм ҡарағайҙар –580-шәр , ә пихта – 700 һум.

Был «Өфө урманы» дәүләт унитар предприятиеһының ваҡлап һатыу хаҡтары. Күмәртә хаҡы түбәнерәк. Шул уҡ ваҡытта белгестәр, халыҡ күпләп һатып алған осорҙа хаҡтар хатта ике тапҡырға күтәрелә, тип билдәләй.  

Баш ҡалала шыршы баҙарҙары бер нисә көндән асыласаҡ. Улар Өфөлә 130-ҙан ашыу буласаҡ. Өфөлә Яңы йыл шыршыларын “Өфө урманы” һәм “Иглин урманы” дәүләт унитар предприятиелары һатасаҡ.