8 декабрь, Кесе йома

08 декабрь 2010 йыл, 13:39

Өфө аэропорты «Йыл компанияһы 2010» Рәсәй Милли премияһы лауреаты булды

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты «Йыл компанияһы 2010» Рәсәй Федерацияһы Милли премияһы лауреаты булды. Лауреаттарҙы наградлау тантанаһы шишәмбе, 7 декабрҙә, Мәскәүҙә, Союздар йортоноң Колонналы залында үткәрелде.

Рәсәй Транспорт министрлығы һәм Федераль һауа транспорты агентлығы (Росавиация) премияға дәғүә итеүгә өс интенсив үҫешеүсе авиапредприятиены, шул иҫәптән «Өфө» аэропортын, күрһәтте. Премия халыҡ-ара статусҡа эйә, уның маҡсаты булып Ватан баҙарында эшләүсе компаниялар эшмәкәрлегенә Рәсәй йәмәғәтселегенең һәм донъя бизнес-берләшмәһенең иғтибарын йәлеп итеү, Рәсәй иҡтисадын нығытыуға , халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға, ватан компанияларының инвестицион йәлеп итеүсәнлеген күтәреүгә, илдең донъя иҡтисади системаһына интеграцияһына булышлыҡ итеү тора..

Лауреатты билдәләү ике этапта үтте. Дәүләт власы, бизнес һәм йәмәғәтселек вәкилдәренән тораған эксперт советы ағзаларының йәшерен тауыш биреүе һөҙөмтәһендә «Өфө» Халыҡ-ара аэропорты лауреат тип танылды.

Мәғлүм булыуынса, быйыл ғына Сибай һәм Нефтекама аэропорттары файҙаланыуға тапшырылды, «Арҡайым» авиакомпанияһы төҙөлдө, һауа суднолары һатып алынды, улар бөтә йүнәлештәр буйынса уңышлы авиарейстар яһай. Өфө аэропортынан самолеттар пассажирҙарҙы Рәсәй төбәктәренә, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә еткерә, пассажирҙар ағымы йылдам арта бара, яңы рейстар асыла.  

— «Йыл компанияһы 2010» РФ Милли премияһы — Өфө аэропортына рухи ярҙам һәм профессиональ ҡаҙаныштарын  таныу ғына түгел, уның репутацияһын арттырыу ҙа, — тине наградлау тантанаһында журналистарға интервьюла РФ транспорт министры урынбаҫары Валерий Окулов.