4 декабрь, Йәкшәмбе

08 декабрь 2010 йыл, 12:09

Башҡортостандың урман хужалыҡтары Яңы йылға 200 мең урман һылыуҡайы әҙерләй

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың урман хужалығы предприятиелары быйыл ике йөҙ мең самаһы Яңы йыл шыршылары әҙерләргә планлаштыра. БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, барлыҡ дәүләт унитар предприятиелары әле дәүләт контрактына ярашлы үҙҙәренең биләмәләрендә шыршылар әҙерләү менән шөғөлләнә. Предприятиеларҙың күбеһе уларҙы күмәртәләп һатасаҡ. Өфөлә Яңы йыл шыршыларын һатыуға «Өфө урманы» һәм «Иглин урманы» ДУП-тары сығарасаҡ.

Республиканың бөтә ҡалалары һәм ауылдарында шыршы баҙарҙары 15 декабрҙә асыласаҡ. Өфөлә урман һылыуҙарын махсус Яңы йыл алды баҙарҙарында һатып алырға мөмкин буласаҡ. Баш ҡаланың Ҡулланыусылар баҙары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡалала 130-ҙан ашыу шыршы баҙары эшләйәсәк. Яңы йыл шыршылары һатылған сауҙа нөктәләренең барыһы ла кәртәләнергә һәм матур итеп биҙәлергә тейеш.

Иң күп урман йәрминкәләре баш ҡаланың Киров районына тура килә — 38. Совет районында 25 шыршы баҙары асыласаҡ, Ленин һәм Калинин райондарының һәр береһендә 13 баҙар эшләйәсәк, Орджоникидзела– 12, Дим биҫтәһендә – 5.