Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы индерелә

Сәйәсәт

Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы тиҙҙән Башҡортостан һалым түләүселәре өсөн тағы ла ябайыраҡ һәм файҙалыраҡ булыр тип көтөлә. Шишәмбе БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа депутаттар быйыл 25 ноябрҙә беренсе уҡыуҙа ҡабул иткән “Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланыусы һалым түләүселәр өсөн түбән һалым ставкаһын билдәләү тураһында” республика законы проектын тикшереү буйынса эшсе төркөмдөң ултырышы үткәрелде.  

Был закон проекты дәүләт ярҙамы сиктәрендә ябайлаштырылған системаны ҡулланыусы һалым түләүселәр өсөн һалым ставкаһын 15 проценттан биш процентҡа тиклем кәметеүҙе күҙ уңында тота. Һалым ставкаһын кәметеү иҡтисади эшмәкәрлектең 17 төрөнә ҡағылырға тейеш. Закон проектын тикшереү барышында депутаттар был исемлеккә һаулыҡ һаҡлау менән мәғарифты ла индерергә ҡарар итте, элек улар юҡ ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть