Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Яңы экологик әсбап нәшер ителде

Йәмғиәт

Өфөлә “Экология һәм Башҡортостан Республикаһының тотороҡло үҫеше” («Экология и устойчивое развитие Республики Башкортостан») әсбабы донъя күрҙе. Уның авторҙары — профессорҙар Борис Миркин һәм Лениза Наумова — хәҙерге экологияның ҡатмарлы мәсьәләләрен яҡтырта.

Йәшәйештең экологик именлеге контексында аҙыҡ-түлек һәм электр энергияһы менән тәьмин итеү проблемалары ентекле ҡарала. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары проблемаһына һәм ҡалаларҙа автотранспорттың атмосфера һауаһын бысратыуына иғтибар бирелгән. Авторҙар шулай уҡ биологик төрлөлөктөң файҙаһы тураһында һөйләй һәм Башҡортостандың тәбиғи экосистемаларына ентекле күҙәтеү яһай.  

Әсбапта, авторҙар фекеренсә, төбәктең артабанғы үҫеше өсөн хәл итергә кәрәкле бурыстар бирелгән. Улар араһында — сәнәғәтте, ауыл хужалығын һәм ҡалаларҙы экологиялаштырыу, биологик системаларҙың экологик төрлөлөгөн һаҡлауҙы тәьмин итеү һәм граждандарҙа экологик аң тәрбиәләү.

Әсбап киң даирә уҡыусыларға: өлкән класс уҡыусыларына, студенттарға, уҡытыусыларға, төрлө кимәлдәге етәкселәргә һәм белгес-экологтарға ҡыҙыҡлы буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть