3 декабрь, Шәмбе

08 декабрь 2010 йыл, 11:05

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы Пермь крайы башҡорттары тормошо менән таныша

автор: Марина Шумилова

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты делегацияһы 8 декабрҙә Пермь крайына юлға сыҡты. Уның составында — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов, БР Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт телен һәм башҡа телдәрҙе үҫтереү кафедраһы мөдире Зәкиә Ғәбитова һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының төбәктәр менән хеҙмәттәшлек буйынса баш белгесе Азамат Сөләймәнов. Бер көн эсендә улар өс районға барасаҡ – Барҙа, Оса һәм Чернушка райондарына.

Барҙа районы үҙәге – Барҙа ауылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы район хакимиәте башлығы Сергей Ибраев менән осрашасаҡ. Осрашыуҙа хакимиәттең мәғариф һәм мәҙәниәт идаралыҡтары начальниктары, район башҡорттары Ҡоролтайы активистары ҡатнашасаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре бер нисә башҡорт ижади коллективы ойошторолған сәнғәт мәктәбенә, крайҙы өйрәнеү музейына барасаҡ, ә урындағы гимназияла башҡорт класы асыу планлаштырыла. Оса һәм Чернушка райондарында район Ҡоролтайҙары активы менән осрашыуҙар үтәсәк.  

Белешмә өсөн. Пермь крайында элек-электән Ғәйнә ырыуы башҡорттары йәшәй. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Пермь крайының этник структураһында башҡорттар һан буйынса — урыҫтарҙан, татарҙарҙан, коми-пермяктар ҡала дүртенсе урында һәм 40,7 мең кеше тәшкил итә. Башҡорттар Барҙа, Октябрь, Оса, Чернушка һәм башҡа райондарҙа йәшәй һәм крайҙың ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошонда һиҙелерлек роль уйнай. 2006 йылдың апрелендә ойоштороу ҡоролтайы үткәрелә һәм крайҙың ҙур милли йәмәғәт ойошмаһы – башҡорттар Ҡоролтайы төҙөлә, уны Рәсил Мөхәмәтйәнов етәкләй. Хәҙер башҡорттар ҡоролтайҙары күп ҡалаларҙа һәм райондарҙа эшләй. Ә Чернушка ҡалаһында Кама буйы башҡорттарының «Оран» Тел һәм мәҙәниәт үҙәге эшләп килә. Уны асыу Рәсил Мөхәмәтйәновтың социаль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе булды. Проект "ЛУКОЙЛ-Пермь" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең V социаль һәм мәҙәни проекттары конкурсында еңеү яуланы. Ҡуян урта мәктәбендә күренекле яҡташтары — Рәсәйҙең беренсе техник юғары уҡыу йорто — Санкт-Петербург тау институтына нигеҙ һалыусы, мәғдәнсе Исмәғил Тасимовҡа таҡтаташ асыу Пермь башҡорттары өсөн мөһим ваҡиға булды. 2009 йылда БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының «Рәсәй төбәктәре башҡорттары» проекты сиктәрендә  Башҡортостанда Пермь башҡорттарының Мәҙәниәт көндәре ҙур уңыш менән үтте.