Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандағы "Марий ушем" мари мәҙәниәте йәмғиәтенә - 20 йыл

Йәмғиәт

Шаран районында “Марий ушем” мари мәҙәниәте йәмғиәте 20 йыллығын байрам итте.

“Марий ушем” (“Марийҙар союзы”) Йошкар-Ола ҡалаһында I  Бөтә мари съезы үткәрелгән 1990 йылда ойошторола. Башҡортостанда ошо йылдың ноябре аҙағында Шаран мариҙары үҙ мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мәсьәләләрен хәл итергә йыйыла. Маҡсаттарға өлгәшеү өсөн “Марий ушем” йәмғиәте ойошторола. Ошо 20 йылда уҡытыусы Александр Асмаев уның етәксеһе булып тора. Әле ул – “Чолман” республика гәзитенең үҙ хәбәрсеһе.

— Ул йылда беҙ, Бөтә мари съезы ҡарарҙары менән илһамланып, алдыбыҙға байтаҡ бурыстар ҡуйҙыҡ, – тип хәтерләй Александр Акбатырович. – Ул, иң элек, мари халҡының телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, быуаттарҙан килгән йолаларҙы өйрәнеү, уларҙы йәштәргә еткереү.

Мари мәҙәниәтенең башҡа район ойошмалары, Мари Эл Республикаһының йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур иғтибар бирелә. Әле райондағы мари халҡы туған телендәге ваҡытлы баҫмаларҙы алдыра, китапханаларҙа милли әҙәбиәт фондтары булдырыла, клубтарҙа, учреждениеларҙа, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында йәш быуын мари халҡының иң яҡшы традицияларында тәрбиәләнә. Шулай уҡ  мариҙарҙың урындағы үҙидарала ҡатнашыуы, дини тормошто тергеҙеү, мари ауылдарын төҙөкләндереү һәм үҫтереү мәсьәләләре лә “Марий ушем” йәмғиәте мәнфәғәттәре даирәһенә инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть