Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Халыҡ менән бәйләнештә - эске эштәр министры

Йәмғиәт

Шишәмбе, 14 декабрҙә, «Версия Башкортостана» гәзите мөхәрририәтендә сираттағы  «ҡыҙыу линия» ойоштороласаҡ.

15 сәғәттән 17-гә тиклем уҡыусылар һорауҙарына (8-347) 272-79-16 телефоны аша БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин яуап бирәсәк. Яуаптар «Версия»ның 17 декабрҙәге һанында донъя күрәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был даими рубрика. Юристар һәм һәр төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәренең халыҡ менән аралашыуы айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе үткәрелә.  

«Ҡыҙыу линия»ға мөрәжәғәттәрҙең географияһы киң, ул бигерәк тә бушлай юридик ярҙам табыуы ҡыйын булған райондар халҡы өсөн уңай.

Юристар уҡыусылар менән туранан-тура аралашҡанда бик күп һорауҙар бирелә. Кешеләр йәнә үҙ һорауын гәзиттән ҡырҡып алынған купонға ла яҙып ебәрә ала, купон, ҡағиҙә булараҡ, гәзиттең 15-се битендә бирелә. Компетентлы кешенең ҡултамғаһы менән яуап икенсе даими рубрикала  – “Һеҙҙең хоҡуҡ” битендә баҫылып сығасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть