9 декабрь, Йома

07 декабрь 2010 йыл, 17:33

915,1 мең кеше киҙеүҙән прививка яһатты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Уҙған аҙнала медиктар Башҡортостанда йәшәүсе 17500-ҙән ашыу кешегә ОРВИ диагнозы ҡуйҙы. Сирләүселәрҙең 71,2 процентын 14 йәшкә тиклемге балалар тәшкил итте. Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уҙған аҙна менән сағыштырғанда сирләүселәр һаны 9 процентҡа артты. Киҙеү осраҡтары теркәлмәгән.  

Ауырыуҙарҙың биш меңгә яҡыны республика баш ҡалаһына тура килә. Сирләү эпидемия сигенән 19 процентҡа кәмерәк.  

6 декабргә киҙеүгә ҡаршы прививкаларҙы 915,1 мең кеше яһатты. Был республика халҡының 22,6 проценты.