Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Ауыл хужалығы министрлығы башлығы Нуриман районында мал ҡышлатыу барышын баһаланы

Иҡтисад

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин Нуриман районы ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында мал ҡышлатыу барышын баһаланы. Ведомство башлығы «Иҙел» агрофирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Хужалыҡ етәксеһе Мансур Хәйҙәров Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеген быҙауҙарҙы үҫтереү алымдары, шулай уҡ бөгөнгө көндә мең ярымдан ашыу һыйыр малы аҫралған һөтсөлөк фермаһының мал аҙығы базаһы менән таныштырҙы.

«Терәкле» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рафаэль Йосопов һарыҡсылыҡты үҫтереү пландары тураһында һөйләне. Бөгөн фермер романов тоҡомло 800 һарыҡ ҡарай. «Восход» крәҫтиән-фермер хужалығында Петр Крестьянинов йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә, хужалыҡта 170 ат иҫәпләнә.

Азат Йыһаншин мал ҡышлатыу барышы, малдарҙы аҫрау технологияһы, мал аҙығы запасы, малсыларҙың эш шарттары, эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.  

Сәфәр йомғаҡтары буйынса министр хужалыҡтар, хеҙмәтләндереүсе ойошмалар етәкселәре, ауыл хужалығы идаралығы белгестәре менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Азат Салауат улы уҙған йылға йомғаҡ яһаны, киләһе 2011 йылға бурыстар ҡуйҙы, республиканың агросәнәғәт комплексындағы хәл тураһында һөйләне. Ведомство башлығы тәғәйен иҫкәрмәләр яһаны һәм бюджет средстволарын һөҙөмтәле файҙаланырға саҡырҙы.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть