3 декабрь, Шәмбе

07 декабрь 2010 йыл, 15:11

Депутаттар ер бүлеү процедураһын ябайлаштырырға планлаштыра

автор: Евгений Рәхимҡолов

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ер тураһындағы закондарҙы камиллаштырырға планлаштыра. Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет ағзалары ошо турала ҡарар ҡабул итте. Уның составына ингән депутаттар шишәмбе көнө «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» БР Законының 22-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” республика законы проектына ыңғай баһа бирҙе. Был законды ҡабул иткән осраҡта Башҡортостанда ер участкаһы бүлеү процедураһы һиҙелерлек ябайлашасаҡ.

Был яңылыҡтың мөһимлеген билдәләп, депутаттар закон проекты концепцияһын хупланы һәм республика Дәүләт Йыйылышының яҡындағы ултырышында уны беренсе уҡыуҙа ҡарауға сығарырға ниәтләй. Был көндө депутаттар «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» БР Законының 21-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекты буйынса ла ыңғай ҡарар ҡабул итте. Был законды ҡабул иткән осраҡта ауыл хужалығы ер участкаларын хосусилаштырыу сроктары Башҡортостанда 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтыласаҡ.