10 декабрь, Шәмбе

07 декабрь 2010 йыл, 14:48

Мәҙәниәт министры Асҡар Абдразаҡов тәүге тапҡыр наградлау тантанаһы үткәрҙе

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Шишәмбе, 7 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығында алдынғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен наградлау тантанаһы үткәрелде. Тәүге тапҡыр уны ведомствоның яңы етәксеһе Асҡар Абдразаҡов үткәрҙе.

— Тәүге имтихандағы кеүек тулҡынланам, — тип тураһын таныны ул.

Министр артистарҙың, башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең хеҙмәтенә ҙур ихтирам менән һәм аңлап ҡарауын билдәләне.

— Барығыҙ ҙа күреп тораһығыҙ, бөтә халыҡ ял иткәндә, беҙ эшләйбеҙ. Шул рәүешле үҙ ижадыбыҙ, үҙ хеҙмәтебеҙ менән беҙ кешеләргә матурлыҡты тойорға, күрергә һәм аңларға өйрәтәбеҙ, — тине ул.

БР-ҙың яңы мәҙәниәт министры, донъя кимәлендәге опера йондоҙо ҡулынан бөгөн 12 кеше награда алды. Уларҙың туғыҙына «БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Ҡалғандарына килгәндә, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең уҡыу-педагогика әҙәбиәте редакцияһы мөхәррире Зөһрә Йәйкәрова Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, уның коллегаһы Әлфиә Әсәҙуллина «БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исемен алды. Ә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы Марат Яҡупов был тантанала «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән иң юғары исем алыуға лайыҡ булды.

Тантананы тамамлап, Асҡар Абдразаҡов бүләкләнеүселәрҙең барыһына ла яңы йылда үҙ эштәрен тағы ла ҙурыраҡ дәрт һәм илһам, яңы көс менән дауам итеүҙәрен теләне.  

— Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙгә һәр яҡлап ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ, — тине министр.

темалар: наградлау