Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе белгестәре «XXI быуат авиадвигателдәре» конференцияһында докладтар менән сығыш яһаны

Иҡтисад

«Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре П.И. Баранов исемендәге Үҙәк авиация моторҙар эшләү институтының 80 йыллығына арналған «XXI быуат авиадвигателдәре» халыҡ-ара ғилми-техник конференцияһында ҡатнашты.  

«ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, секция ултырыштарында докладтар менән Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең техник үҫеш һәм ҡайтанан ҡоралландырыу идаралығы секторы начальнигы Павел Никифоров, ныҡлыҡҡа тикшереү лабораторияһы начальнигы Алексей Дубин һәм мәғлүмәт технологиялары үҫеше бүлеге начальнигы урынбаҫары Александр Лабанов сығыш яһаны.

Конференцияла берекмә белгестәре  авиадвигателдәр эшләү мәсьәләләре буйынса Рәсәй һәм сит ил коллегалары менән фекер алышты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть