Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Ишембай «Витязы» яңы модификациялы вездеход сығарыуҙы үҙләштерҙе

Иҡтисад

«Витязь» машиналар эшләү компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә (Ишембай) өс тонна йәк күтәреүсәнле ике звенолы яңы модификациялы ДТ-3П гусеницалы транспортерын сығарыуҙы үҙләштерҙеләр. Һәр ваҡыттағыса, алдан яңы вездеход оҙаҡ ҡына сәнәғәт-эксплуатация һынауы үтте.  

Предприятие белгестәре билдәләүенсә, вездеходтың был моделе ҡайһы бер элементтарҙы пластиктан эшләү арҡаһында еңелерәк һәм замансараҡ күренә лә. Ишектәре, люктары, панелдәре «Автопласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Нефтекама) менән кооперацияла әҙерләнде. Уның дөйөм массаһы 7,3 тоннаға тиклем кәмене, был машинаның йөрөү сифатын яҡшырта һәм уның ергә баҫымын кәметә. ДТ-3П транспортының ҡоро ерҙә йөрөү тиҙлеге сәғәтенә 55 километр, ә һыуҙа – алты километрға тиклем.

Вездеход Себер һәм Алыҫ Көнсығыштың айырыуса ҡатмарлы юл һәм климат шарттарында, шулай уҡ илебеҙҙең төньяҡ төбәктәрендә кешеләр һәм төрлө йөктәр ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Яңы модификациялы тәүге ике гусеницалы транспортерҙы "Витязь" машиналар эшләү компанияһы ҡулланыусыға декабрҙә үк оҙатырға планлаштыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть