Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡар – автомобилистарға, ә икенселәре ҡар таҙартыусыларға ҡамасаулай

Йәмғиәт

Ҡар Башҡортостанда ғына түгел, шулай уҡ күрше Татарстан һәм Силәбе өлкәһе территорияларында ла күпләп яуа, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән. Шуға күрә автомобилистарға был төбәктәргә юлға сығыуҙан әлегә туҡталып торорға тәҡдим ителә: көрт һырыу арҡаһында юлдарҙа транспорт хәрәкәте ҡыйынлаша, автоинспекторҙар, ҡар таҙартыусыларға эшләп алыу мөмкинлеге биреү өсөн хәрәкәтте туҡтатып, магистралдәрҙе ябып ала.  

Ҡала урамдарында ла хәрәкәт аҡрынайҙы, ә юл ситенә ҡуйылған машиналар ҡар таҙартыуға ҡамасаулай.  

Уҙған тәүлектә Башҡортостан трассаларында 11 юл-транспорт һәләкәте теркәлде, уларҙа 15 кеше имгәнде, һәләк булыусылар юҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть