5 декабрь, Дүшәмбе

07 декабрь 2010 йыл, 11:17

2011 йылдың 1 ғинуарынан тимер юлда пассажирҙар ташыуға тарифтар арттырыла

автор: Любовь Колоколова

«Федераль пассажир компанияһы» (ФПК)  асыҡ акционерҙар йәмғиәте киләһе йылдың 1 ғинуарынан дәүләт эсендә алыҫ араға йөрөгән поездарҙа юғары уңайлыҡтағы вагондарҙа (СВ, купе, «люкс» класы) пассажирҙар ташыуға тарифтарҙы индексациялау тураһында ҡарар ҡабул итте.

Алыҫ араға йөрөүсе поезддарҙың күрһәтелгән вагондарына билеттар хаҡы 5 процентҡа арттырыла. 2010 йылда был сегментҡа тарифтар үҫеше – 10 процент, ә 2009 йылда 12 процент тәшкил итте.

Киләһе йылда ла тарифтарҙы үҙгәртеүҙең календарь осорҙары буйынса дифференциацияланған индекстарын ҡулланыу практикаһы дауам итәсәк. 2011 йылда алаҫ араға пассажирҙар ташыуға тарифтар 262 көн эсендә уртаса йыллыҡ кимәлдән түбәнерәк йәки тигеҙ буласаҡ. Арттырыу коэффициенттары 103 көн эсендә генә ғәмәлдә буласаҡ.