8 декабрь, Кесе йома

07 декабрь 2010 йыл, 10:15

«Предприятиела инновацион менеджмент нигеҙҙәре» семинары

автор: Любовь Колоколова

11 декабрҙә Өфөлә, «Баштехинформ» республика фәнни-техник һәм мәғлүмәт комплексында, «Предприятиела инновацион менеджмент нигеҙҙәре» семинары үтәсәк. Ул Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы ярҙамында ойошторолған.

Семинарҙа  ISPIM халыҡ-ара Профессиональ менеджмент ассоциацияһының мөхбир ағзаһы, Mail.ru интернет-холдингының мәғариф проекттары директоры, «Внешторгклуб» Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһының Инновациялар һәм белем биреү программалары буйынса Корпоратив клубы вице-президенты, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Сәнәғәт үҫеше буйынса комитеты ағзаһы Дмитрий Хамитский ҡатнашасаҡ.