8 декабрь, Кесе йома

07 декабрь 2010 йыл, 9:39

Юристар йыл профессионалдарын һайланы

автор: Ольга Мортазина

Икенсе тапҡырына республика юристары һөнәри байрамдарына арналған конкурс үткәрҙе. 135 белгес заявка бирҙе, уларҙан 32-һе финалға сыҡты. Улар «Гражданлыҡ хоҡуғы һәм гражданлыҡ процесы», «Конституция хоҡуғы», «Енәйәт хоҡуғы һәм енәйәт процесы» номинацияларында призлы урындар өсөн көрәште.  

— Конкурста ҡатнашыусылар һаны бер йылда ике тапҡырға артты, номинациялар һаны күбәйҙе, конкурс географияһы киңәйҙе, ике тапҡыр еңеүселәр барлыҡҡа килде, — тип билдәләне конкурсты ойоштороусы, «Респект» хоҡуҡ компанияһы» гендиректоры Ольга Одинокова.

— Төп номинацияларҙан тыш, беҙ «Теорияны һәм практиканы оҫта бергә алып барыу», «Үҙ позицияңды ышандырырлыҡ итеп асып һалыу», «Креатив ҡараш» һәм «Оратор оҫталығы» кеүек өҫтәмә номинациялар булдырҙыҡ, — тип хәбәр итте икенсе ойоштороусы, Башҡортостан социаль технологиялар институты директоры Тәнзилә Ниғмәтуллина.

«Гражданлыҡ хоҡуғы һәм гражданлыҡ процесы» номинацияһында 1-се урынды Өфөнөң «Һеҙҙең хоҡуғығыҙ» юридик агентлығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Юлай Аҙнағолов яуланы. «Конституция хоҡуғы» номинацияһында 1-се урында — Өфөнөң «Артлекс» Адвокаттар коллегияһы адвокаты стажеры Вадим Ғәббәсов. «Енәйәт хоҡуғы һәм енәйәт процесы» номинацияһында Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетының Өфө филиалы 5-се курс студенты Азамат Ғабдуллин еңеүсе булды.

Конкурста шулай уҡ 2009 йылдың ике еңеүсеһе — Юлия Туйкина менән Гүзәл Рәжәпова ҡатнашты. Икеһе лә үҙ титулын яңынан раҫланы һәм юғары наградаға лайыҡ булды.