9 декабрь, Йома

07 декабрь 2010 йыл, 9:05

Башҡортостан социаль карта ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлаша

автор: "Башинформ"

6 декабрҙә Өфөгә Башҡортостандың социаль карта ҡулланыу тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Бурятиянан делегация килде.

Бурятия Республикаһының иҡтисад министры урынбаҫары Анатолий Самитин етәкселек иткән делегация Башҡортостандың Социаль картаһын сығарыу механизмы һәм “Башҡортостан социаль карталар регистры” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Берҙәм регистратура эше менән танышты.

Бында республика ҡунаҡтарына универсаль электрон карта  ярҙамында дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү буйынса порталдың пилот проекты һәм Вәкәләтле ойошманың инфокиоскыларында һәм ҡатнашыусы банк банкоматында социаль карта ҡушымталарының эше тәҡдим ителде. Картаға һалым, Рәсәй Пенсия фонды, Эске эштәр министрлығы (банкомат аша түләү), Росреестр ҡушымталары һәм табипҡа ҡабул итеүгә яҙылыу инә.

Республика ҡунаҡтарына халыҡты социаль яҡлау территориаль органында “Башҡортостандың социаль картаһы” проекты буйынса хеҙмәттәр (анкета-заявкалар ҡабул итеү һәм социаль карталар биреү) күрһәтелде, ә ҡала дауаханаларының береһендә (46-сы поликлиникала) улар регистратура, врач һәм провизорҙың автоматлаштырылған эш урынында Башҡортостандың социаль картаһы эше менән танышты.

Бурятия Республикаһы вәкилдәре шулай уҡ Мотлаҡ медицина страховкаһы республика фондында эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.