11 декабрь, Йәкшәмбе

06 декабрь 2010 йыл, 17:07

Йәш эшҡыуарҙар мәктәбе

автор: Эльмира Сабирова

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы инициативаһы менән 8 декабрҙә йәштәр эшуыуарлығының сираттағы мәктәбе үҙ эшен башлай.

Был курста 40-тан ашыу кеше — студенттар, яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар һәм эшһеҙ йәштәр ҡатнаша.

Ике аҙналыҡ уҡытыу программаһы сиктәрендә бизнес-пландар төҙөүгә, шулай уҡ һөйләшеүҙәр алып барыу оҫталығына, бизнесты ойоштороу һәм документация алып барыуҙа тәртип булдырыуға төп баҫым яһаласаҡ. Артабан алынған күнекмәләрҙе йүнсел йәштәр практикала ҡуллана аласаҡ.  

—Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе эшмәкәрлеге йәш ғаиләләргә методик һәм ойоштороу ярҙамы күрһәтеүгә ҡайтып ҡала, — тине БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының иҡтисади программалар һәм йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү бүлеге консультанты Гөлназ Моратова.