10 декабрь, Шәмбе

06 декабрь 2010 йыл, 16:37

Юристар Муссолиниҙың китабын Федераль экстремистик әҙәбиәт исемлегенә индерҙе

автор: Ольга Мортазина

Миәкә районы Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы тороу өлкәһендә закондарҙың үтәлешен тикшерҙе. Улар Федераль экстремистик  материалдар исемлегенә итальян фашистик партияһы лидеры Бенито Муссолиниҙың «Мемуары 1942-1943» китабы индерелмәүен асыҡланы. Шуға күрә прокурор судҡа «Мемуар»ҙарҙы экстремистик материал итеп таныу тураһында ғариза ебәрҙе. Миәкә район суды прокурорҙың ғаризаһын ҡәнәғәтләндерҙе, һәм хәҙер законлы көскә ингән суд ҡарары китапты федераль исемлеккә индереү өсөн Рәсәй Юстиция министрлығына ебәрелде, тип хәбәр иттеләр БР Прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: экстремизм