3 декабрь, Шәмбе

06 декабрь 2010 йыл, 16:15

Өфөлә тәүге боҙ һырғалаҡтары асылды

автор: Руфина Хананова

Өфөлә «Ҡашҡаҙан» паркында, «Төҙөүселәр» стадионында, Спорт һарайында тәүге боҙ һырғалаҡтары асылды.

Парктар һәм стадиондар хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәренә һырғалаҡтар  Якутов исемендәге паркта, «Нур» театры артында Салауат Юлаев исемендәге спорт-сәләмәтләндереү комплексында, «Ҡул-Тау» ғаилә-спорт комплексында, «Нефтселәр», «Динамо» стадиондарында, «Аҡбуҙат» ипподромында – «Hollywood» һырғалағы, «Локомотив» спорт комплексында (Дим) асыласаҡ.

Үҙ конькиһы менән өлкәндәр өсөн билет хаҡы – 50 һумдан 120 һумға тиклем, балалар өсөн – 40 һумдан 80 һумға тиклем, әгәр һәүәҫкәр фигуристар прокатҡа коньки алһа, тағы ла ҡиммәтерәк.

Һырғалаҡтарҙан тыш, Өфөлә спорт хоккей ҡумталарында ла боҙ яһала.

— Бөгөнгө көндә улар баш ҡалала 73, — ти Өфө хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитетының баш белгесе Олег Шакиров. — Уларҙың ҡайһы берҙәре эшләй башланы ла инде, ҡалғандары аҙна аҙағына әҙер буласаҡ.