11 декабрь, Йәкшәмбе

06 декабрь 2010 йыл, 15:29

Ғинуарҙа Рәсәйҙә ун көнлөк каникулдар иғлан ителә

автор: Сергей Захаров

2011 йылдың 1 ғинуарынан 10-ына тиклем ил ял итәсәк. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүе буйынса, Рәсәй Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы,  1, 2, 3, 4 һәм 5 ғинуар – Яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Раштыуа — байрам көндәре булып тора.

Етмәһә, 1 һәм 2 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбе һәм йәкшәмбе – ял көндәренә тура килә, һәм улар кесе йома – 6 ғинуарға һәм дүшәмбе – 10 ғинуарға күсерелә.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында республикала 2011 йылдың  1-10 ғинуары ял көндәре булып тора. Йома 31 декабрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Ә бына 24 декабрь —Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө, иҫтәлекле дата итеп билдәләнһә лә, эш көнө булып тора.  

темалар: байрамдар