7 декабрь, Шаршамбы

06 декабрь 2010 йыл, 14:49

7 декабрҙә - Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитет ултырышы

автор: Марина Шумилова

7 декабрҙә 14 сәғәт 30 минутта республика парламентының Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитетының ултырышы үткәрелә.  

Депутаттар «Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдарының һәм урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәткә инеүҙе тәьмин итеү тураһында» (өсөнсө уҡыу), «Муниципаль норматив хоҡуҡи акттарҙың республика регистры тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” (икенсе уҡыу), «Башҡортостан Республикаһы референдумы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 37-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” (икенсе уҡыу), «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” (икенсе уҡыу), «Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районында административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» (беренсе уҡыу), «Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһында кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» (беренсе уҡыу) БР закондары проекттарын ҡараясаҡ.

Комитет ағзалары шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың «Муниципаль берәмектәрҙең вәкәләтле органдарына һайлауҙар тәртибен аныҡлау менән бәйле, Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индереү буйынса закондар сығарыу инициативаһын тикшерәсәк.

Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитет ултырышы Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46 (каб. 303) адресы буйынса үтәсәк.