10 декабрь, Шәмбе

06 декабрь 2010 йыл, 13:43

«Башҡортостан» гәзите һәм «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге бөгөн осрашыу кисәһенә саҡыра

автор: Любовь Колоколова

Дүшәмбе, 6 декабрҙә, Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Башҡортостан» республика ижтимағи-сәйәси гәзите һәм «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге Башҡортостан гәзиттәре һәм журналдары уҡыусылары менән осрашыу кисәһе ойоштора.

Программала – матбуғат баҫмалары етәкселәре сығышы, ҙур байрам концерты. Мәҙәниәт һарайы фойеһында республика һәм ҡала гәзит-журналдарына яҙылыу ойоштороласаҡ.

Башлана 19 сәғәттә. Инеү бушлай.

темалар: анонс