5 декабрь, Дүшәмбе

06 декабрь 2010 йыл, 13:25

14 декабрҙә Өфөлә «Ижадҡа баҫҡыстар» хәйриә концерты үтәсәк

автор: Марина Шумилова

«Рәсәй балалар фонды» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәйриә фондының Башҡортостан республика бүлексәһе «Инвалид балалар» программаһы сиктәрендә 14 декабрҙә Өфөнөң «УЗЭМИК» асыҡ акционерҙар йәмғиәте мәҙәниәт һарайында мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың «Ижадҡа баҫҡыстар» хәйриә концертын үткәрә.

Хәйриә акцияһында теләге булғандарҙың барыһы ла үҙҙәренә уңайлы формала ҡатнаша ала: билет һатып алырға, концертта ҡатнашыусыларға йәки мәктәпкә бүләктәр алырға, һәләтле инвалид балаларға ярҙамға хәйриә иғәнәһе индерергә мөмкин. БР Балалар фонды менән бәйләнеш өсөн телефондар: 272-23-68, 272-23-48.

темалар: хәйриә