7 декабрь, Шаршамбы

06 декабрь 2010 йыл, 13:23

Артур Ҡудашев «Айыҡ Башҡортостан» ойоштороуҙы хупланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда билдәле яҙыусы һәм врач-нарколог Артур Ҡудашев 4 декабрҙә ойошторолған «Айыҡ Башҡортостан» төбәк ижтимағи хәрәкәтен төҙөүҙе хупланы.

— Бындай башланғыстарҙы хупларға ғына мөмкин, — тине ул. — Улар дөйөм дәүләт эскелеккә ҡаршы сәйәсәт элементы булараҡ та, граждандар йәмғиәтенең артабанғы үҫеш дәлиле булараҡ та файҙалы. Бынан тыш, бындай хәрәкәтте ойоштороуҙа мин тамырҙары менән революцияға тиклемге осорға барып тоташҡан яғыбыҙҙың айыҡлыҡ ойошмалары традицияларын тергеҙеүҙе күрәм.  

Артур Ҡудашев әйтеүенсә, «Айыҡ Башҡортостан»дың эш программаһында уға был хәрәкәт активистарының алкоголгә ҡаршы көрәште, беренсе сиратта, «фронттың» иң ауыр участкаһы булып торған ауылда алып барырға йыйыныуҙары оҡшай. Бында һүҙ, атап әйткәндә, «Иң айыҡ ауыл» конкурсы тураһында бара, уны ойоштороу инициативаһы менән «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәтендә ҡатнашыусылар БР Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итте.