Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Февралдә Өфөлә VIII «ӨфөСәнәғәтЭкспо-2011» күргәҙмәһе үтәсәк

Иҡтисад

Киләһе йылдың февралендә республиканың баш ҡалаһында әһәмиәтле ваҡиға -  ҡала предприятиелары етештергән тауарҙар һәм продукция күрһәтеләсәк «ӨфөСәнәғәтЭкспо-2011» күргәҙмәһе үткәреләсәк.

Күргәҙмә 8-10 февралдә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Был юлы ул һигеҙенсегә ойошторола. Ойоштороусыһы булып Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте сығыш яһай.

Фән, техника һәм технологиялар өлкәһендә Башҡортостандың баш ҡалаһы иҡтисадының ҡаҙаныштарын күрһәтеү — күргәҙмәнең төп маҡсаты. Күргәҙмә предприятиелар араһындағы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуға һәм Өфө етештереүселәре тауарҙарын рекламалауға йүнәлтелгән.  

Ойоштороусылар билдәләүенсә, «ӨфөСәнәғәтЭкспо–2011» — коммерцияға ҡарамаған күргәҙмә, Өфө предприятиелары имиджын күтәреү, етештерелгән продукцияның конкурент һәләтлелеген арттырыу, тауар һатыу баҙарын киңәйтеү маҡсатында үткәрелә.

Ҡаланың юғары иҡтисади-техник күрһәткестәргә өлгәшкән, производствоһын үҫтереү һәм модернизациялау менән шөғөлләнеүсе, яңы төр продукция үҙләштереүсе сәнәғәт, төҙөлөш индустрияһы предприятиелары, бәләкәй бизнес субъекттары күргәҙмәлә ҡатнашыуға саҡырыла.

Күргәҙмә һәр төрлө тармаҡ белгестәренә лә, киң ҡатлам халыҡҡа ла берҙәй ҡыҙыҡлы буласаҡ.  

Күргәҙмә барышында конкурс комиссияһы биш номинацияла еңеүселәрҙе асыҡлаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть