5 декабрь, Дүшәмбе

06 декабрь 2010 йыл, 12:57

Өфө Роберт Бош фонды программаһында ҡатнашыуға дәғүә итә

автор: "Башинформ"

Өфө Рәсәй Федерацияһында Роберт Бош исемендәге фондтың «Мәҙәниәт өлкәһендә менеджерҙар» программаһында ҡатнашыуға кандидаттарҙың береһе булараҡ ҡарала.

Программаны ойоштороусылар – Роберт Бош исемендәге фонд  һәм Гете исемендәге Немец мәҙәниәт үҙәге. Программаның маҡсаты – Рәсәй мәҙәниәт өлкәһендә Германияның тышҡы сәйәсәтен кәүҙәләндереүсе төбәк селтәрен киңәйтеү, Рәсәй мәҙәниәт вәкилдәренең халыҡ-ара контакттарына булышлыҡ итеү, шулай уҡ стипендиаттарҙы халыҡ-ара мәҙәни алмашыу өлкәһендә етәкселәр роленә әҙерләү.  

Әгәр Өфө программала ҡатнашыусы булыуға ирешһә, 2011 йылдың сентябренән Өфөлә Германиянан стипендиат стажировка үтәсәк, уның компетенцияһына муниципаль учреждениелар һәм ижади коллективтар ҡатнашлығында мәҙәниәт өлкәһендә Рәсәй-Германия проекттарын ойоштороу инәсәк. Былтырҙан алып был программала Архангельск, Силәбе һәм Ульяновск ҡатнаша. Башҡортостан баш ҡалаһы менән бер рәттән ҡатнашыуға кандидаттар — Иркутск һәм Ҡазан.

Был программа сиктәрендә шулай уҡ Өфөнөң муниципаль мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн күп баҫҡыслы «Мәҙәниәт өлкәһендә менеджмент» квалификация күтәреү программаһын үткәреү планлаштырыла. Семинарҙарҙы йылына ике тапҡыр Германиянан эксперттар үткәрәсәк.