Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда хеҙмәт хаҡын түләүҙә хоҡуҡ боҙған өсөн 1196 эш биреүсегә штраф һалынды

Иҡтисад

БР-ҙа Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы йыл башынан алып хеҙмәт хаҡын түләү буйынса 1800 тикшереү үткәрҙе. Инспекторҙар килеп, күрһәтмәләр бирелгәндән һуң һигеҙ меңгә яҡын хеҙмәткәр тотҡарланған 114,2 миллион һум түләүҙәрен алды. Был нигеҙҙә хеҙмәт хаҡын түләү, тулыһынса иҫәп-хисап алыу, эштән һуң ҡалып эшләү, төнгө ваҡытта, ял һәм байрам көндәрендә эшләү буйынса бурыстар.

1196 эш биреүсегә хеҙмәт хаҡын түләүҙә хоҡуҡ боҙоуҙары өсөн биш миллион һумдан ашыу суммаға штраф һалынды.  Йәнә 67-һенә дәүләт хеҙмәт инспекторҙарының етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса күрһәтмәләрен үтәмәгән өсөн штраф һалынды. Һигеҙ вазифалы кешегә дисциплинар яза бирелде.

Хеҙмәт хаҡын түләү өлкәһендә эшселәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын икенсегә боҙоу осраҡтары асыҡланған өс етәксегә ҡарата дисквалификациялау мәсьәләһен хәл итеү өсөн материалдар судҡа ебәрелгән. Ә биш етәксегә ҡарата материалдар енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн прокуратура органдарына йүнәлтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть