7 декабрь, Шаршамбы

06 декабрь 2010 йыл, 11:47

Мәҙәниәт проблемалары «түңәрәк өҫтәл»дә тикшереләсәк

автор: Сергей Захаров

10 декабргә тиклем kulturarb@inbox.ru адресына мәҙәниәт буйынса “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыуға заявкалар һәм тәҡдимдәр ҡабул ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уны үткәреү инициативаһы менән билдәле джазмен, Башҡортостан Президентының мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса советнигы Олег Кирәев сығыш яһағайны. Ул ижади интеллигенция вәкилдәренә бергә йыйылып, милли мәҙәниәт, художество, музыкаль, театраль, кино сәнғәте, әҙәбиәт, урындағы эстрада, тамаша индустрияһы, китапхана эше һәм башҡа өлкәләр үҫеше менән бәйле проблемаларҙы тикшерергә тәҡдим итте.

Музыканттың «Республика Башкортостан» (2010 йылдың 24 ноябрендәге 223 һаны) гәзитенә биргән интервьюһында әйтеүенсә, «асыҡ һөйләшеүҙе башлау мөһим. Киң йәмәғәтселек менән тикшереү өсөн күтәрелгән һәр тема аҡыллы эш итеү һәм хәл итеү юлын тиҙерәк таба – проблеманы йомоп ҡалыу тәү сиратта бер ниндәй үҙгәрештәр теләмәүселәр өсөн генә отошло. «Түңәрәк өҫтәл»дә ишетелгәндәрҙең барыһы ла вазифаһы буйынса был өлкә өсөн яуаплыларға асылда йәмәғәт наказы булып хеҙмәт итергә тейеш буласаҡ».

Уның хәбәр итеүенсә, «регламент һәм осрашыуҙы үткәреү урыны әлегә килешеү стадияһында, әммә идеяны Башҡортостан Президенты Хакимиәте һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы хуплаған».

темалар: түңәрәк өҫтәл