5 декабрь, Дүшәмбе

06 декабрь 2010 йыл, 10:43

9 декабрҙә БР Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ултырышы үтәсәк

автор: Марина Шумилова

9 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитетының һәм Башҡортостан Республикаһында “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыуға контроль буйынса комиссияһының ултырышы үтәсәк.

Парламенттың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ултырышта 2010 йылда Башҡортостан Республикаһында «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектының, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының үтәлешенең барышы тикшереләсәк.  Ошолар менән бергә  «Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спорт тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» (өсөнсө уҡыу), «Башҡортостан Республикаһында ғилми һәм ғилми-техник эшмәкәрлек тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» (өсөнсө уҡыу), «Башҡортостан Республикаһының Музей фонды һәм Башҡортостан Республикаһында музейҙар тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» (икенсе, өсөнсө уҡыу) Башҡортостан Республикаһы Закондары проекттары, шулай уҡ тағы бер нисә мәсьәлә тикшереләсәк.